

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ведомости» баҫмаһына биргән интервьюһында республикала санкцияларҙың нисек сағылыуы, төбәккә кемдәрҙең инвестициялар индерергә әҙер булыуы һәм махсус операция башланғандан һуң тормошоноң нисек үҙгәреүе хаҡында һөйләне.
Башҡортостанда сит ил капиталы менән бәйле предприятиелар аҙ булғанға күрә, беҙгә санкциялар әллә ни һиҙелмәне, тине ул, махсус операция башланғандан һуң, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар төбәк иҡтисадында нисек сағылыш тапты, тигән һорауға яуап биреп. Әгәр IKEA кеүек эре сауҙа селтәрҙәре үҙ эшмәкәрлеген туҡтатһа, ҡайһы бер Европа компаниялары хатта үҙ бизнесын үҫтереү юлында икән.
Санкциялар башлыса республика иҡтисадына логистика яғынан тәьҫир иткән. Мәҫәлән, машина эшләү тармағында “НЕФАЗ” предприятиеһы һиҙелерлек зыян күргән, сөнки ул шул иҫәптән сит илдәрҙә етештерелгән деталдәр менән дә эшләгән.
Шул уҡ ваҡытта санкциялар сәнәғәттең ҡайһы бер йүнәлештәре үҫешенә этәгрес биргән. Ҙур нефть предприятиелары өсөн ҡорамалдар сығарған сит ил компаниялары киткәс, республиканың нефть промыслаһы предприятиелары бөтөн Рәсәй буйынса нефть табыу һәм уны эшкәртеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар эшләүҙе арттырған.
Ауыл хужалығы хәҙер йылдам үҫешкән тармаҡтар иҫәбендә. Ер эшкәртеүҙә киң ҡулланылған John Deere, CLAAS һәм башҡа маркалы техниканы Белорусияла эшләнгәндәре алмаштыра бара. Һиндостандан тәгәрмәсле бәләкәй тракторҙар килә башлаған. Ҡала-ара маршруттарҙа хәҙер Ҡытай автобустары файҙаланыла. “Санкциялар, әлбиттә, күңелле хәл түгел. Ул һәр саҡ нимәнелер үҙгәртеп ҡорорға, әүҙем булырға һәм күп уйларға мәжбүр итә. Әммә тағы бер ҡабатлайым: санкциялар беҙгә ауыр йоғонто яһай алманы”, - ти төбәк етәксеһе «Ведомости»ға биргән интервьюһында.
Иҡтисадтың дөйөм торошона һалынған инвестицияларҙың әһәмиәте ҙур. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса республикаға 512 млрд һумлыҡ инвестиция килгән. Һәм был күрһәткес, алдағы осорҙар менән сағыштырғанда, байтаҡҡа юғарыраҡ.
Әңгәмә барышында һүҙ Башҡортостанда ислам банкингын үҫтереү мәсьәләһенә лә ҡағылды. “Башҡортостан банк хеҙмәтләндереүенә ислам принциптарын индереү йәһәтенән дүрт пилот төбәгенең береһе булып тора. Партнерлыҡ финанслауын индереү буйынса эксперимент ике йыл бара, дингә ҡарамай, бөтәһе лә алырға мөмкин. Был финанслауҙы фонд, автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма һәм башҡа формаларҙа теркәлгән финанс ойошмалары, юридик шәхестәр бирә, ә эшмәкәрлеген Үҙәк банк көйләй. Был ысулдың нисек эшләүен өйрәнеп, артабан хоҡуҡи көйләү алымдарын билдәләү мөмкинлеген тикшереүгә иҫәп тотабыҙ», - тип белдерҙе Радий Хәбиров, уға асыҡлыҡ индереп.