

Пандемия тамамланғандан һуң Башҡортостанда ковид-госпиталдәр күп профилле эш форматына күсте. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Хөкүмәтенең премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итә.
“Урал аръяғы” клиник-диагностика инфекция үҙәгендә әле 136 койка, Туймазыла – 160, Зубовола –190, Стәрлетамаҡта 130 койка булдырылған. Был дауаханаларҙа ковидтан ғына түгел, башҡа йоғошло сирҙәрҙән дә – бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәктән, киҫкен вируслы инфекциянан, эсәк инфекцияһынан, гепатиттан дауалайҙар. Пневмония менән ауырыусылар өсөн хирургия, кардиология, неврология йүнәлешендәге палаталар ҙа бар. Шулай уҡ балалар өсөн айырым палаталар булдырылған.
Андрей Назаров билдәләүенсә, бөтә үҙәктәр ҙә заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Был иһә пандемия барышында уларға һынауҙарҙы еңергә булышлыҡ итте.
Фото “Башинформ”дан алынды.