+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июль 2023, 04:00

Ил иҡтисады тотороҡло ҡала

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин менән осрашыу барышында Рәсәйҙең иҡтисади күрһәткестәре көтөлгәндән юғарыраҡ булыуы тураһында белдерҙе.

Ил иҡтисады тотороҡло ҡалаИл иҡтисады тотороҡло ҡала
Ил иҡтисады тотороҡло ҡала

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин менән осрашыу барышында Рәсәйҙең иҡтисади күрһәткестәре көтөлгәндән юғарыраҡ булыуы тураһында белдерҙе.

Осрашыу барышында Премьер-министр, санкцияларға ҡарамаҫтан, ил иҡтисады ышаныслы тергеҙелеүен дауам итә һәм ағымдағы йылдың тәүге биш айында эске тулайым продукттың 0,6 процентлыҡ үҫешен күрһәтә, тип билдәләне. Михаил Мишустин, күҙалланмаған хәлдәр килеп тыумаһа, йыл аҙағына тиклем артабанғы үҫешкә ышаныс бар, тип белдерә. Был йәһәттән эшкәртеү сәнәғәте үҫеш драйверы булып сығыш яһай. 

Рәсәйҙә инфляция йыл йомғаҡтары буйынса 5 проценттан артмаҫҡа тейеш, сөнки июль башында ул 3,4 процент булды, тине Премьер-министр. Мишустин мәғлүмәттәре буйынса, илдә эшһеҙлек кимәле 3,1-3,2 процент тәшкил итә.

Премьер-министр шулай уҡ, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу күрһәткестәре 98,95 процент тәшкил итә, тип белдерҙе.

Автор:
Читайте нас