

Сираттағы “Бергәләп коррупцияға ҡаршы!” халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы йәштәр социаль конкурсы иғлан ителде.
Быйыл ул Коррупцияға ҡаршы дәүләт-ара советы башланғысында ойошторола.
Сарала 14 – 35 йәштәгеләр ҡатнаша ала. Конкурсанттар коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы идеялар, шулай уҡ был йүнәлештә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең роле һәм мәғәнәһе сағылдырылырған “Бергәләп коррупцияға ҡаршы!” темаһына үҙ эштәрен әҙерләргә тейеш.
Эштәр 2023 йылдың 1 октябренә тиклем конкурстың сайтында (www.anticorruption.life) “Иң яҡшы плакат” һәм “Иң яҡшы видеоролик” номинациялары буйынса ҡабул ителә. Халыҡ-ара конкурсты үткәреү ҡағиҙәләре менән тулыраҡ атап үтелгән сайтта танышырға мөмкин.