

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы “Бельские просторы” журналы ҡатнашлығында “Салауат ерендә” республика әҙәби әҫәрҙәр тәржемәһе конкурсы иғлан итте.
Бәйге сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының башҡорт һәм татар телдәрендә ижад иткән әҙиптәренең әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителеп, киң ҡатлам уҡыусыларға тәҡдим ителә. Конкурстың маҡсаты булып Башҡортостан яҙыусылары ижадын киң танытыу, милли әҙәбиәттең бәҫен күтәреү, уны сит өлкәләргә танытыу, тәржемәсе һөнәре престижын күтәреү һәм башҡалар тора. Үҙ әҫәренең руссаға тәржемәһен күрергә теләгән Республика Яҙыусылар союзы ағзаларына 31 июлгә тиклем шиғырҙарын (250 юлдан да күп булмаған), хикәйәләрен, повестан йә романдан өҙөктәрҙе (50 000 знактан күп булмаған) konkurs_perevoda_sp_rb@mail.ru адресына ебәрергә кәрәк.
Конкурс декабрҙә әҙәби тәржемә байрамы менән тамамланасаҡ, унда «Шиғриәт» һәм «Проза» номинацияларында лауреаттарҙы бүләкләү генә түгел, шулай уҡ ижади лабораториялар, концерттар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм башҡа саралар ҡаралған.
Еңеүселәр өсөн конкурстың бүләк фонды ике йөҙ мең һум тәшкил итә.
Конкурстың положениеһы менән https://belprost.ru/articles/litprotsess/2023-07-04/polozhenie-o-respublikanskom-konkurse-hudozhestvennogo-perevoda-na-zemele-salavata-3326752 һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.