

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала республикала 177 янғын сыҡҡан.
Бер кеше һәләк булған. Белорет районында бөтәһе 10 гектар майҙанда ике урман янғыны булған. Бынан тыш, 9 гектар ерҙә ҡыу үлән яныуҙың 13 осрағы теркәлгән.
«Был аҙнала һауа температураһы 30 градусҡа етә тип фаразлана, шуға янғындарға юл ҡуймаҫҡа тырышырға ине. Әгәр ҙә бындай хәл була ҡалһа, ваҡытында һүндерергә кәрәк», — тигән бурыс ҡуйҙы тейешле хеҙмәттәр һәм урындарҙағы үҙидара органдарына Радий Хәбиров дүшәмбелә үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.