+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Июль 2023, 09:45

Мөхәббәтле һәм тоғро ғаиләләргә – миҙал

Башҡортостанда 70 пар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнәсәк. Бүләкләү сараһы 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналарҙа була.

Мөхәббәтле һәм тоғро ғаиләләргә – миҙалМөхәббәтле һәм тоғро ғаиләләргә – миҙал
Мөхәббәтле һәм тоғро ғаиләләргә – миҙал

Башҡортостанда 70 пар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнәсәк. Бүләкләү сараһы 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналарҙа була.

Республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, миҙал 25 йылдан ашыу татыу ғүмер кисергән, ғаилә традицияларын һаҡлаған, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә тапшырыла.

Миҙалдың бер яғында байрам символы  аҡ сәскә, икенсеһендә кенәз Петр һәм уның тоғро ҡатыны Феврония төшөрөлгән. Миҙал менән бергә ныҡлы ғаиләләргә танытмалар һәм махсус билдә тапшырыла.

Фото: Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас