

Кейек йәнлектәрҙең кешегә яҡын килеү, ауыл-ҡалаларға инеү осраҡтары йышайҙы. Кисә, мәҫәлән, Ишембай ҡалаһы урамдарында мышы йөрөгән.
Социаль селтәрҙәрҙә, Юлдыбай-Аҡъяр юлында айыу авария сәбәпсеһе бул яҙҙы; Баймаҡ районында Ғәҙелша шарлауығы яғында ла кешеләргә айыу осраған; Ирәндек итәгендә еләкселәр айыу күргән, тип яҙҙылар.
Ишембай районы Скворчиха ауылы кешеһенең ауыуға тап булыуы күңелһеҙ тамамлана. Урман хужаһы уға һөжүм итә һәм ауыр йәрәхәтләй.
Белорет районы Әхмәр ауылы янында ат эҙләп йөрөгән көтөүсе айыуға барып сыҡҡан. Йыртҡыс урманға ҡасырға ашыҡмай, ә уға табан килә башлай. Көтөүсе һыбай саҡ ҡасып ҡотола. Айыу уны бер аҙ эҙәрлекләп барғас, ауылға етәрәк урманға инеп китә.
Ҡырҙа бәшмәк, емеш-еләк йыйғанда, яланда, туғайҙа эшләгәндә һаҡ булығыҙ!