+30 °С
Болотло


Башҡортостан Башлығы указы менән республикала «Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырыла. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Ойоштороусы итеп Ауыл хужалығы, Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары тәғәйенләнә. Указдың үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Фәзрахмановҡа йөкмәтелә.
Сығанаҡ: "Башинформ".