+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
30 Июнь 2023, 09:35

Ләйсән ҮТӘШЕВА: “Нәнәйем янымда булғанда, мин – бәләкәй ҡыҙ”

Рәсәй спортында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған гимнастка, хәҙер шоу-бизнеста танылыу яулаған билдәле яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева 28 июндә 38 йәшен билдәләне. Уның тыуған көнөнә Әлшәй районы Раевка ауылында йәшәүсе ҡәҙерле өләсәһе Зөбәржәт Сәһәрйәр ҡыҙы Кираева ла барҙы. Һәр интервьюһында ғәзиз Башҡортостанына, Раевкаһына, ҡартатаһына һәм өләсәһенә, туғандарына һөйөүен белдергән Ләйсәндең ғүмер байрамындағы видеола ла шул уҡ яҡты хистәр сайпыла.

Рәсәй спортында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған гимнастка, хәҙер шоу-бизнеста танылыу яулаған билдәле яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева 28 июндә 38 йәшен билдәләне. Уның тыуған көнөнә Әлшәй районы Раевка ауылында йәшәүсе ҡәҙерле өләсәһе Зөбәржәт Сәһәрйәр ҡыҙы Кираева ла барҙы.

Һәр интервьюһында ғәзиз Башҡортостанына, Раевкаһына, ҡартатаһына һәм өләсәһенә, туғандарына һөйөүен белдергән Ләйсәндең ғүмер байрамындағы видеола ла шул уҡ яҡты хистәр сайпыла. 

“Нәнәйем янымда булғанда, мин һәр ваҡыт үҙемде бәләкәй ҡыҙ итеп тоям...” – ти ул иң яҡын кешеләре менән уҙғарған матур көндә.

Видео Ләйсән Үтәшеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.  

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас