

«Евразия Йөрәге»нең Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә аналогы юҡ.
Кисә «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры сығыш яһаны. Тамашала З.Исмәғилевтың «Салауат» поэмаһы, А. Бородиндың «Кенәз Игорь» операһынан «Половецкие пляски» поэмаһы, С. Рахманиновтың 2-се Симфонияһының III өлөшө, А. Маркестың 2-се «Дансон» поэмаһы яңғыраны. Матур, бай йөкмәткеле “Симфоник төн” Х.Әхмәтов-Д.Крюковтың «Урал батыр» симфонияһы менән тамамланды. Шулай уҡ күп меңлек аудиторияны аккордеонист-виртуоз Петр Дрангтың сығышы ҡыуандырҙы. Төрлө стилдәрҙә ҡабатланмаҫ композициялар башҡарған сәнғәт оҫтаһы тамашасылар менән айырылышҡанда: «Бөгөн мин юҡҡа ғына йәшәмәнем – һеҙҙең йөҙҙәрегеҙҙе күрҙем, Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле тамашасыларым» тип йөрәк һүҙҙәрен белдерҙе.
«Евразия Йөрәге» фестиваленең финалында «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалының «Ҙур опера» проектының гала-концерты күрһәтелде. Унда проекттың иң сағыу ҡатнашыусылары һәм еңеүселәре сығыш яһаны. Донъя опера сәхнәһе йондоҙо Вероника Джиоеваның сығышы ла тамашаға йәм, биҙәк өҫтәне. Өфөлөләр һәм ҡала ҡунаҡтары шулай уҡ 2017 йылда «Ҙур опера» проекты еңеүсеһе, Венгрия операһы солистары Полина Шамаева, Владимир Дмитрук (Беларусь), Рәмиз Усманов (Үзбәкстан) һәм башҡаларҙың йыр-моңдарынан дәрт, ләззәт алып кинәнде. «Евразия Йөрәге» фестиваленең тамамлау программаһын билдәле рәсәй кино актеры Дмитрий Харатьян һәм Полина Шамаева үҙе алып барҙы.