+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июнь 2023, 05:48

Башҡортостан менән Беларусь ҡулланыусылар кооперацияһы өлкәһен үҫтерә

Өфөлә барған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең  Х юбилей  форумында Беларусь менән Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союздары араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан менән Беларусь ҡулланыусылар кооперацияһы өлкәһен үҫтерәБашҡортостан менән Беларусь ҡулланыусылар кооперацияһы өлкәһен үҫтерә
Башҡортостан менән Беларусь ҡулланыусылар кооперацияһы өлкәһен үҫтерә

Өфөлә барған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең  Х юбилей  форумында Беларусь менән Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союздары араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

«Әлеге ваҡытта Башпотребсоюздың ҡеүәтле етештереү базаһы бар, ул үҙ тауарҙарын әҙерләү һәм һатыу менән әүҙем шөғөлләнә. Башҡортостанда кооперацияны үҫтереүҙең төп бурысы – ауыл хужалығы, емеш-еләк продукцияһын эшкәртеүҙе сифатлы, яңы дәрәжәгә күтәреү һәм Башҡортостан эсендә лә, унан ситтә лә тауар әйләнешендә лайыҡлы урын алыу. Белорус коллегаларыбыҙҙың был йүнәлештә яҡшы тәжрибәһе бар. Ике союздың хеҙмәттәшлеге ике яҡ өсөн дә файҙалы булырына ышанам», – тип билдәләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Киләсәктә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам итеү, ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларының иҡтисади ҡеүәтен нығытыу өсөн яҡтар араһындағы стратегик хеҙмәттәшлекте нығытыу килешеүҙең төп маҡсаты булып тора.

 Был килешеү халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, уның тауар һәм хеҙмәттәргә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү һәм эшкәртеү системаһын камиллаштырыу маҡсатында яҡтарҙың ҡулланыусылар кооперацияһы потенциалын үҫтереүгә һәм файҙаланыуға йүнәлтелгән.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас