+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июнь 2023, 11:48

“Башҡортостан – беҙҙең рухыбыҙҙа”

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының тоғро дуҫтары – Мәскәү ҡалаһындағы “Сәсән” халыҡ коллективы ағзалары республикабыҙ рухиәте менән бер һулышта йәшәй. Композитор һәм шағирә Әлфиә Агеева етәкселегендәге был коллектив һәм уларҙың ижадташтары – Ансар Исҡужин етәкселек иткән “Алтын ай” Мәскәү башҡорт бейеүе ансамбле июнь айында Башҡортостанда булды. Улар Бөйөк Ватан һуғышында Берлинғаса юл үтеп, тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡан Керчь ҡушаматлы легендар атҡа Миәкә районы Илсеғол ауылында һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты.

“Башҡортостан – беҙҙең рухыбыҙҙа”“Башҡортостан – беҙҙең рухыбыҙҙа”
“Башҡортостан – беҙҙең рухыбыҙҙа”

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының тоғро дуҫтары – Мәскәү ҡалаһындағы “Сәсән” халыҡ коллективы ағзалары республикабыҙ рухиәте менән бер һулышта йәшәй. Композитор һәм шағирә Әлфиә Агеева етәкселегендәге был коллектив һәм уларҙың ижадташтары – Ансар Исҡужин етәкселек иткән “Алтын ай” Мәскәү башҡорт бейеүе ансамбле июнь айында Башҡортостанда булды. Улар Бөйөк Ватан һуғышында Берлинғаса юл үтеп, тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡан Керчь ҡушаматлы легендар атҡа Миәкә районы Илсеғол ауылында һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты.

Сарала ансамбль ағзалары Луиза Кәримова, Арсен Кәримов, Әнисә Динмөхәмәтова, Илдар Динмөхәмәтов, Ринат Хәйретдинов, Фәниә Шәкүрова һәм "Алтын ай" бейеүселәре һоҡланғыс концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Әлфиә Агеева ижад иткән “Керчь – арғымаҡ” тигән йыр легендар аттың ҡаһарманлығына гимн булып яңғыраны. Тетрәндергес был йырҙы Арсен Кәримов башҡарҙы. Гимн-йырҙың иң тәүҙә 1-се каналдағы “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында яңғырауын һәм ҙур уңыш ҡаҙаныуын билдәләп үтәбеҙ.

 Тантанала йәш бейеүсе Әмир Турабовтың өҙә баҫыуҙарын һәм “Алтын ай”ҙың өлкән составы башҡарыуында “Ҡара юрға” бейеүен майҙан алҡыштар менән оҙатты.

“Башҡортостан – беҙҙең рухыбыҙҙа. Тыуған яҡҡа әлеге сәфәребеҙҙән йөрәктәргә көс, илһам алып килдек”, – ти Мәскәүҙә йәшәүсе илһөйәр яҡташтарыбыҙ.

Фотолар социаль селтәрҙән алынды.

“Башҡортостан – беҙҙең рухыбыҙҙа”
“Башҡортостан – беҙҙең рухыбыҙҙа”
“Башҡортостан – беҙҙең рухыбыҙҙа”
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас