+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июня 2023, 05:14

Башҡортостан Башлығы Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең ХХ форумын да Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы форумдың пленар ултырышындағы сығышында республиканың барлыҡ халҡы өсөн Беларусь менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең әһәмиәтен билдәләне.

Башҡортостан Башлығы Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең ХХ форумын да Өфөлә үткәрергә тәҡдим иттеБашҡортостан Башлығы Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең ХХ форумын да Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте
Башҡортостан Башлығы Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең ХХ форумын да Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы форумдың пленар ултырышындағы сығышында республиканың барлыҡ халҡы өсөн Беларусь менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең әһәмиәтен билдәләне.

«Башҡортостан ҙур тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып бара. Әммә Беларусь менән мөнәсәбәттәр беҙҙең өсөн иҡтисади проект түгел. Был – туғандаш белорус халҡы менән тәрән дуҫлыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Форумда ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Беҙҙең төбәк тураһында тик яҡшы тәьҫораттар алғанһығыҙҙыр, тип ышанам».

Республика етәксеһе киләсәктә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең XX форумын да Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте.

«Форум Рәсәй төбәктәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Күптәр уны үткәреү хоҡуғы өсөн көрәшергә әҙер. Башҡорттар – бик тәрбиәле халыҡ. Шуға хәҙер һорамайым. Ләкин XX форумды республикабыҙҙа уҙғарырға тәҡдим итәм», – тине пленар ултырышта Радий Хәбиров.

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының эшлекле программаһы сиктәрендә ике туғандаш ил араһында 100-ҙән ашыу килешеү төҙөлдө. Шулай уҡ бай мәҙәни программа әҙерләнгәйне: форум көндәрендә «Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестивале, ике илдең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙҙы.

Сығанаҡ:«Башинформ».

Фото: Федерация Советының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас