+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Июня 2023, 04:06

Башҡортостанға тағы туғыҙ зубр килтерәләр

Быйыл май айында Башҡортостанға тәүге туғыҙ зубр килтереүҙәре тураһында билдәле булғайны. Уларҙы Күгәрсен районындағы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы менән сиктәш Ыҡ дәүләт зоология заказнигы биләмәһенә ебәргәндәр. Көҙгөһөн Белоруссиянан Башҡортостанға тағы туғыҙ зубр алып ҡайтырға тейештәр. 

Башҡортостанға тағы туғыҙ зубр килтерәләрБашҡортостанға тағы туғыҙ зубр килтерәләр
Башҡортостанға тағы туғыҙ зубр килтерәләр

Көҙгөһөн Белоруссиянан Башҡортостанға тағы туғыҙ зубр алып ҡайтырға тейештәр. Был хаҡта Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының тематик секцияһында республикабыҙҙың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдерҙе.

Быйыл май айында Башҡортостанға тәүге туғыҙ зубр килтереүҙәре тураһында билдәле булғайны. Уларҙы Күгәрсен районындағы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы менән сиктәш Ыҡ дәүләт зоология заказнигы биләмәһенә ебәргәндәр. Әйткәндәй, инә зубрҙарҙың береһе быуаҙ. Башҡортостанда тыуған беренсе зубрға Башкиренок тигән исем бирергә тәҡдим итәләр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-27/v-bashkiriyu-osenyu-privezut-esche-devyat-belorusskih-zubrov-3317962

Автор:
Читайте нас