+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июнь 2023, 07:11

Радий Хәбиров барыһын да «Дуҫлыҡ урамы» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙы

Радий Хәбиров һәммәһен дә «Дуҫлыҡ урамы» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙы. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо көндәрҙә Өфөлә барған мөһим ваҡиғалар хаҡында яҙмаһы менән уртаҡлашты.

Радий Хәбиров барыһын да «Дуҫлыҡ урамы» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙыРадий Хәбиров барыһын да «Дуҫлыҡ урамы» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙы
Радий Хәбиров барыһын да «Дуҫлыҡ урамы» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙы

Радий Хәбиров һәммәһен дә «Дуҫлыҡ урамы» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙы. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо көндәрҙә Өфөлә барған мөһим ваҡиғалар хаҡында яҙмаһы менән уртаҡлашты.

«Өфөлә ойошторолған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы – ҙур дуҫлыҡ байрамы ул, – тип яҙҙы республика етәксеһе. – Бай мәҙәни программа әҙерләнек. Йәнә ике көн, бөгөн һәм иртәгә, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Дуҫлыҡ урамы» асыҡ буласаҡ, унда төрлө халыҡтарҙың күркәм традициялары менән танышырға мөмкин.

Ә кисен «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа — «Евразия йөрәге» йыр-моң фестиваленең икенсе көнө. Барығыҙҙы ла саҡырам!»

«Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестивале кисә асылыуын билдәләп үтәбеҙ. «Евразия йөрәге» фестиваленең тәүге көнөндә Рәсәй йондоҙҙары Лариса Долина һәм Дмитрий Харатьян сығыш яһаны.

Сығанаҡ: «Башинформ».

 

Автор:
Читайте нас