+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июня 2023, 05:44

«Дуҫлыҡ келәме» н күрегеҙ!

Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә асылған «Дуҫлыҡ урамы» этник мәҙәниәттәр фестивалендә үҙенсәлекле проект – «Дуҫлыҡ келәме» менән таныштырҙылар.

«Дуҫлыҡ келәме» н күрегеҙ!«Дуҫлыҡ келәме» н күрегеҙ!
«Дуҫлыҡ келәме» н күрегеҙ!

Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә асылған «Дуҫлыҡ урамы» этник мәҙәниәттәр фестивалендә үҙенсәлекле проект – «Дуҫлыҡ келәме» менән таныштырҙылар.

2023 йылдың 15 майында, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумы уңайынан «Дуҫлыҡ тирмәһе» этник мәҙәниәт марафонын башлап ебәргәйне.

 – Марафондың үҙенсәлекле өлөшө «Дуҫлыҡ келәме»н баҫыу ине. Сөнки келәм өй йылыһының символы булып тора. Келәмдәрҙә, панноларҙа һәм ошондай япмаларҙа халыҡтың тарихы сағыла, – тип билдәләнеләр Халыҡтар дуҫлығы йортонда. –  Проектта Халыҡтар дуҫлығы йортоноң тарихи-мәҙәни үҙәктәре белгестәре, Башҡортостан оҫталары, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. «Дуҫлыҡ келәме»нә Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың милли орнаменттары төшөрөлгән. Унда Башҡортостан белорустары ла биҙәк һалған.

«Дуҫлыҡ келәме»н Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы көндәрендә «Дуҫлыҡ урамы» фестивале биләмәһендә урынлашҡан «Дуҫлыҡ тирмәһе»ндә күрергә мөмкин.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас