+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июнь 2023, 08:22

Белорус тауарҙары магазины асылды

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумы сиктәрендә Өфөлә Беларусь Республикаһында етештерелгән тауарҙар менән сауҙа итеүсе магазин асылды, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Белорус тауарҙары магазины асылдыБелорус тауарҙары магазины асылды
Белорус тауарҙары магазины асылды

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумы сиктәрендә Өфөлә Беларусь Республикаһында етештерелгән тауарҙар менән сауҙа итеүсе магазин асылды, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Магазинды тантаналы асыуҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты.

59 кв.метр майҙанлы магазин-павильон Өфөнөң тарихи үҙәгендә, Коммунистик урамында урынлашҡан. Һатыуға Беларусь Республикаһында етештерелгән 500-ҙән ашыу төрҙәге аҙыҡ-түлек: колбаса, сырҙар, һөт ризыҡтары, май, майонез, тәм-том, эсемлектәр һәм башҡа ашамлыҡтар ҡуйылған. Был – республикабыҙҙа белорус тауарҙары һатылған берҙән-бер магазин түгел. Беҙҙә Беларусь Республикаһынан килтерелгән кейем-һалым, косметика, көнкүреш техникаһы һәм башҡа тауарҙар менән сауҙа итеүсе магазиндар байтаҡ.

 Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас