+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Июнь 2023, 07:56

Республикала уртаса ғүмер оҙайлығы 73 йәштән үтте

Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғо дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән юғары. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Республикала уртаса ғүмер оҙайлығы 73 йәштән үттеРеспубликала уртаса ғүмер оҙайлығы 73 йәштән үтте
Республикала уртаса ғүмер оҙайлығы 73 йәштән үтте

Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғо дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән юғары. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Шулай уҡ республика етәксеһе сабыйҙар үлеменең кәмеүен билдәләне.

“Табиптарыбыҙҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә республикала уртаса ғүмер оҙайлығы 73 йәштән уҙҙы, хәҙер ул илдәге уртаса ғүмер оҙонлоғонан юғарыраҡ. Беҙҙә сабыйҙар үлеме, яман шештән вафат булыу осраҡтары ла кәмене”, – тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас