+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Июнь 2023, 03:55

“Рәсәй-Беларусь” мәктәп спорты фестивале башлана

Өфөгә кисә “Рәсәй-Беларусь” мәктәп спорты буйынса халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыусылар килде. Сара Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә үтә.

“Рәсәй-Беларусь” мәктәп спорты фестивале башлана“Рәсәй-Беларусь” мәктәп спорты фестивале башлана
“Рәсәй-Беларусь” мәктәп спорты фестивале башлана

Өфөгә кисә “Рәсәй-Беларусь” мәктәп спорты буйынса халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыусылар килде. Сара Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә үтә.

Белоруссия делегацияһы етәксеһе Владимир Антончик әйтеүенсә, ул һәм фестивалдә ҡатнашыусы балалар Башҡортостан еренә тәү тапҡыр килгән. Командалар милли ризыҡтарыбыҙ сәк-сәк һәм ҡымыҙҙан ауыҙ итте, йылы ҡаршы алыу өсөн рәхмәт әйтте.

“Фестивалдең илдәребеҙҙең спорт тормошонда оло ваҡиға буласағына ышанам! Алда сағыу спорт ярыштары көтә, фестиваль беҙгә яңы чемпиондар исемдәрен асыр. Бөтә спортсыларға ла уңыштар теләйем!” – тип сәләмләне уларҙы Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.

Белешмә: “Рәсәй-Беларусь” мәктәп спорты фестивале Өфөлә 29 июнгә тиклем барасаҡ. Ярыштар ете спорт төрө: футбол (мини-футбол дисциплинаһы), баскетбол 3х3, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон, йөҙөү буйынса үтәсәк. Фестиваль бөгөн тантаналы рәүештә “Ватан” этнопаркында асыла.

Фото Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы сайтынан.

Автор:
Читайте нас