+30 °С
Болотло


Өфөлә бөгөн Рәсәй Һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумы үҙ эшен башланы. Форум сиктәрендә өс көн дауамында “Дуҫлыҡ урамы” милли мәҙәниәттәр фестивале лә уҙасаҡ. Фестивалдең байрам рухын тойорға теләүселәр өсөн Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең милли ихаталары асылды ла инде. Был һүрәттә республикабыҙҙың Әлшәй районы вәкилдәре тәҡдим иткән күргәҙмә сағылыш тапҡан.
Фото Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.