

Республикабыҙҙа балалары колледждарҙа түләүле белем алған ишле ғаиләләргә уҡытыу хаҡының 50 процентына компенсация биреләсәк. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары йәйге сессияның һуңғы ултырышында был турала тейешле закон ҡабул итте, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова был яңылыҡтың, табыштары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, бөтә ишле ғаиләләргә ҡағылыуын билдәләне. Күмәк ғаиләләр балаларына урта һөнәри белем учреждениеларында уҡыу хаҡының яртыһы күләмендә компенсация тәғәйенләнә, ләкин уның суммаһы уҡыу йылы дауамында 30 меңдән артмай.
– Республикала ишле ғаиләләргә ярҙамдың яңы төрө барлыҡҡа килеүенә шатбыҙ, тик шуны һыҙыҡ аҫтына алырға теләйем: был – демографик сара, социаль ярҙам сараһы түгел, сөнки компенсация билдәләгәндә табыштар иҫәпкә алынмай, – тип аңлатып үтте Ленара Иванова.
Закон урта һөнәри белем биреү учреждениеларына 2023 йылда ингән балаларға ҡағыласаҡ. Компенсация уҡыу йылы өсөн тулы хаҡты түләгәндән һуң бирелә. Ишле ғаиләләргә яңы ярҙам сараһын ғәмәлгә ашырыу өсөн йыл һайын республика бюджетынан 74 миллион һум аҡса бүлергә кәрәк буласаҡ.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.