

Иртәгә, 24 июндә, Йәштәр көнөндә, республиканың күпселек ҡалаларында һәм райондарында «ҡоро закон» ғәмәлдә була. Магазиндарҙа алкоголь һатылмаясаҡ.
Башҡортостанда быға тиклем 27 июндә билдәләнгән Йәштәр көнө быйыл июндең һуңғы шәмбеһенә күсерелде. Май аҙағында Башҡортостан парламенты депутаттары тейешле закон ҡабул итте. Шуға күрә хәмерҙе берәмләп һатыу тәртибе лә үҙгәрҙе.
Сикләү дөйөм туҡланыу предприятиеларына: кафе-ресторандарға ҡағылмай.
Өфөлә, республиканың күпселек ҡала-райондарындағы кеүек үк, Йәштәр көнөн 24 июндә билдәләйҙәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Яңы йыл каникулдарында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, Белем байрамында, шулай уҡ һабантуй көндәрендә алкоголь һатыу тыйыла.
Сығанаҡ: «Башинформ».