

"Республикала театр мәҙәниәте кимәле бик юғары, тап шуға башҡорт драма театры олимпиадала Рәсәй исеменән сығыш яһау өсөн һайланған”,- тип билдәләне Рәсәй милли театрҙар ассоциацияһы Советы рәйесе, халыҡ-ара театр олимпиадаһы комитеты ағзаһы, актер Валерий Фокин республика Башлығы Радий Хәбировҡа яҙған хатында һәм театр коллективының Рәсәй исеменән лайыҡлы сығыш яһауына ышанысын белдерҙе.
“Джут” драмаһы ҡаҙаҡ сығышлы рәсәй драматургы Олжас Жанайдаровтың пьесаһы буйынса ижад ителгән. Ул Ҡаҙағстанда 1930 йылдарҙағы аслыҡ тарихы тураһында һөйләй. Спектаклдең премьераһы 2015 йылдың 16 октябрендә үтте.