+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Июнь 2023, 13:51

Меңләгән “хәтер шәме” тоҡанды

 Бөгөн төндә Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә «Хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ» акцияһы уҙҙы.

Меңләгән “хәтер шәме” тоҡандыМеңләгән “хәтер шәме” тоҡанды
Меңләгән “хәтер шәме” тоҡанды

 Бөгөн төндә Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә «Хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ» акцияһы уҙҙы.

22 июнь – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыу өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткәндәрҙе иҫкә алыу көнө. 1941 йылдың 22 июнь таңында нацистик Германия, һуғыш иғлан итеп тә тормайынса, Советтар Союзына ябырыла. 1418 көн көн һәм төн дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышында СССР 27 миллионлаған кешеһен  юғалта.

22 июнгә ҡарай төндә Өфөнөң Совет майҙанындағы Шайморатов һәйкәле янында бер юлы 600 шәм ҡабыҙылды, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Шишмә районында, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында тағы ла 1500 шәм тоҡандырылды.

Был төндә Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында 300 шәмде теҙеп, «Хәтерләйбеҙ» һүҙен яҙҙылар.

Башҡортостан «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһына әүҙем ҡушылды. Акцияла ҡатнашыусылар 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә 2009 йылдан башлап шәмдәр тоҡандыра.

«Башҡорт АССР-ынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына 710 меңдән ашыу һалдат киткән, уларҙың 300 меңгә яҡыны яу ҡырында ятып ҡалған. Һәр яугир, тылда Бөйөк Еңеү өсөн эшләгәндәрҙең һәр береһе иҫтәлегенә шәмдәр тоҡандырҙыҡ», – тип һөйләне «Алға Патриот» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ринат Хәбиров.

Акция «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында бер минутлыҡ тынлыҡ һәм «Торналар» йыры менән тамамланды.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:
Читайте нас