+30 °С
Болотло


Республикабыҙҙа ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы иген культураларын химик утауҙы тамамлап килә, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Бөгөнгө көндә 1,2 миллион гектар, йәғни бөтә майҙандарҙың 95 проценты эшкәртелгән. Яҙғы иген культуралары быйыл 1,26 миллион гектарҙан ашыу ерҙе биләй.
Ауыл уңғандары шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрөнән дә яҡшы уңыш алырға ынтыла. Татлы культураға химик утауҙы өсөнсө тапҡыр үткәрәләр. Шәкәр сөгөлдөрө республиканың 19 районында йәмғеһе 49 мең гектарҙа сәселгән.
Фото БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.