

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сираттағы ултырышта етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙы 2023 йылдың 10 сентябренә тәғәйенләне. Был хаҡта Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында хәбәр ителә.
Дәүләт Йыйылышы биш йылға һайлана һәм 110 депутаттан тора. 55 депутат – бер мандатлы һайлау округтары (бер округ – бер депутат), ҡалған 55 депутат берҙәм республика һайлау округы буйынса һайлана. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп тауыш биреү көнөнә 21 йәше тулған һәм һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы һайлана ала.
Сығанаҡ: "Башинформ".