+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
21 Июнь 2023, 05:12

Уңыштар һиңә, абитуриент!

2023 йылда республикала былтырғыға ҡарағанда 512-гә күберәк бюджет урыны булдырылған.

Уңыштар һиңә, абитуриент!Уңыштар һиңә, абитуриент!
Уңыштар һиңә, абитуриент!

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында абитуриенттарҙан документтар ҡабул итеү кампанияһы башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә абитуриенттарға уңыштар һәм һайлаған университеттарына уҡырға инеүҙәрен теләне.

«Йылдан-йыл күберәк йәштәребеҙ бушлай юғары белем алһын өсөн маҡсатлы рәүештә эш алып барабыҙ. Быйыл республика университеттарында 14 886 бюджет урыны бар (2022 йылға ҡарағанда 512-гә күберәк).

Бөгөн беҙҙең юғары уҡыу йорттары баш ҡаланыҡылар менән конкурентлыҡ итергә һәләтле. Был йәһәттән республикала уңышлы эшләүсе Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең өлөшө ҙур. Башҡортостан университеттары «Өҫтөнлөк-2030» федераль программаһында ҡатнаша. Өфө фән һәм технологиялар университетында алдынғы инженерлыҡ мәктәбе уңышлы эшләп килә.

Нефть университетындағы стартап-студия һәм индустриаль партнерҙар менән әүҙем эш итеү һөҙөмтәһендә Башҡортостан – студенттарҙың хупланған стартап-проекттары буйынса алдынғы урындарҙа. Беҙ фән лидерҙарын үҫтерәбеҙ – студенттарыбыҙ яңы идеяларҙы сәнәғәткә әүҙем индерә.

Һәләтле йәштәрҙе финанс яҡтан дәртләндерәбеҙ. Беҙҙең университеттарҙа олимпиадаларҙа еңеүселәр һәм берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйғандар өсөн юғары стипендия ҡаралған», –  тип яҙа республика етәксеһе.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас