+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
20 Июнь 2023, 08:45

Штраф түләргә онотманыңмы?

Башҡортостанда “Бурыслы” иҫкәртеү сараһы башланды. Был хаҡта республика ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Штраф түләргә онотманыңмы?Штраф түләргә онотманыңмы?
Штраф түләргә онотманыңмы?

Башҡортостанда “Бурыслы” иҫкәртеү сараһы башланды. Был хаҡта республика ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыны туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерәсәк. Түләнмәгән штрафы булһа, уға административ материал төҙөлә.

Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.25-се статьяһына ярашлы, йыл башынан Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре штрафты ваҡытында түләмәгән 4500-ҙән ашыу водителде административ яуаплылыҡҡа тарттырған. Шуға бәйле автоһәүәҫкәрҙәргә водитель тарихын тикшерергә кәңәш итәләр. Штраф бар икән, мотлаҡ түләп ҡуйырға кәрәк.

Сара 25 июнгә тиклем дауам итәсәк.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас