+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
20 Июнь 2023, 05:31

IТ-белгестәр өсөн льготалы ипотека ставкаһы кәметелә

ашҡортостанда IТ-өлкәһе белгестәре өсөн ипотека кредиты ставкаһын 1% кәметәләр. Республика айтишниктары 4% менән ипотека алырға мөмкин.

IТ-белгестәр өсөн льготалы ипотека ставкаһы кәметеләIТ-белгестәр өсөн льготалы ипотека ставкаһы кәметелә
IТ-белгестәр өсөн льготалы ипотека ставкаһы кәметелә

Башҡортостанда IТ-өлкәһе белгестәре өсөн ипотека кредиты ставкаһын 1% кәметәләр. Республика айтишниктары 4% менән ипотека алырға мөмкин. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был программа Ипотека программаларының берҙәм операторы – ДОМ.РФ ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.

Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың мартында «айтишниктар өсөн 5% ипотека» программаһы башланғандан алып республикала 796 ғариза бирелгән, улар буйынса 525 кредит хупланған. Бөтәһе 1,3 миллиард һумлыҡ 197 ипотека кредиты алынған.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Фото БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас