

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылдың 24 июнендә республиканың дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте етәкселәрен һәм белгестәрен эшкә йәлеп итеү тураһында күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Ошо шәмбелә эшкә сыҡҡан хеҙмәткәрҙәргә шишәмбелә – 27 июндә ял биреләсәк.
Күрһәтмәгә ярашлы, республиканың дәүләт органдары һәм ведомствоға ҡараған ойошмалар етәкселәренә лә 24 июндә хеҙмәткәрҙәрен эшкә йәлеп итеү тураһында ҡарар сығарырға тәҡдим ителә. Уларға ла 27 июндә ял көнө биреләсәк.
Урындағы үҙидара органдары етәкселәренә муниципаль хеҙмәткәрҙәргә ҡарата шундай уҡ ҡарар ҡабул итергә кәңәш ителә. Бынан тыш, 24 июндә башҡа эш биреүселәргә лә хеҙмәт коллективтарын эшкә сығарырға тигән тәҡдим бар.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, ял көндәрен күсереү 26-28 июндә Өфөлә "Рәсәй-Беларусь" форумын уҙғарыуға бәйле. Ә 28 июндә республикала Ҡорбан байрамы үткәрелә.
Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.