+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Июнь 2023, 07:04

Төндә ҡырау төшөүе мөмкин

Аҙна башында республиканың ҡайһы бер райондарында төндә ҡырау төшөүе фаразлана, тип хәбәр итәләр Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән.

Төндә ҡырау төшөүе мөмкинТөндә ҡырау төшөүе мөмкин
Төндә ҡырау төшөүе мөмкин

Аҙна башында республиканың ҡайһы бер райондарында төндә ҡырау төшөүе фаразлана, тип хәбәр итәләр Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән.

Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, бөгөн Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә, көньяҡ-көнсығышта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градус.

Шишәмбе, 20 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 0, -2 градус булыуы, ҡырау төшөүе көтөлә. Көндөҙ +12, +17 градус.

Шаршамбы, 21 июндә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 0, -2 градус булыуы, ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ +12, +17 градус.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас