+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Июнь 2023, 10:35

Бер быуатлыҡ ғүмер

Дүртөйлө районы Байгилде ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны Сәбиҙә Байрам ҡыҙы Сәләева бөгөн үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Был турала Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Бер быуатлыҡ ғүмерБер быуатлыҡ ғүмер
Бер быуатлыҡ ғүмер

Дүртөйлө районын Байгилде ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны Сәбиҙә Байрам ҡыҙы Сәләева бөгөн үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Был турала Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Йөҙйәшәр инәй ошо уҡ райондың Исҡуш ауылында тыуған. Тормош иптәше, фронтовик Сәлийән Сәләев менән Байгилде ауылында төпләнгәндәр. Улар алты бала үҫтергән.  

Әлеге мәлдә Сәбиҙә Байрам ҡыҙының 23 ейән-ейәнсәре, 35 бүлә-бүләсәре, алты тыуа-тыуасары бар. Ғаиләлә, килен-кейәүҙәрен дә иҫәпләгәндә, 100-ҙән ашыу булып китәләр.

“Сәбиҙә апайҙың хәтере шәп, зиһене асыҡ. Уға ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, яҡындарының хәстәрлегенә, һөйөүенә солғанып, артабан да оҙон-оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер итеүен теләйем”, – тип яҙа Риф Йосопов, йөҙйәшәрҙе ҡотлап.

Фото Риф Йосоповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас