+30 °С
Болотло


Башҡортостанда ай һайын 25 мең медицина хеҙмәткәренә махсус социаль түләүҙәр күсерелә. Йыл башынан алып ошо маҡсатҡа 769 миллион һум тотонолған. Был турала Рәсәй Социаль фонды республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Төп хеҙмәт хаҡына өҫтәмәләр һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһы табиптары һәм белгестәре, район дауаханаларында, шулай уҡ ашығыс ярҙам станцияларында һәм бүлексәләрендә эшләгән табиптар өсөн тәғәйенләнгән. Өҫтәмә түләүҙең суммаһы 4,5 мең һумдан 18,5 мең һумғаса тәшкил итә.
Сығанаҡ: "Башинформ".