

Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хеҙмәттәштәрен һөнәри байрам — Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләне. Ул республика халҡы исеменән табиптарға, шәфҡәт туташтарына, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә изге эштәре һәм һөнәргә тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Һеҙҙҙең миссияғыҙ еңел түгел — һөнәри бурысығыҙға тоғро ҡалып, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыу, — тиелә ҡотлауҙа. — Табиптарыбыҙ бөтә һынауҙарҙы уңышлы еңеп сыға. Пандемия ваҡытында коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштек, хәҙер Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, азат ителгән биләмәләрҙә йәшәүсе халыҡҡа ярҙам күрһәтәбеҙ. Медицина ротаһындағы коллегаларыбыҙ әле хәрби әҙерлек урынында, тиҙҙән улар яраланған яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ.
Һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүҙе мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Кешеләр һәр ваҡыт уңайлы, сифатлы медицина ярҙамы алырға, ә медицина хеҙмәткәрҙәре (ҡалаларҙа ла, ауыл ерендә лә) заманса, лайыҡлы шарттарҙа эшләргә тейеш.
Хөрмәтле коллегалар! Һәр берегеҙ кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплы. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға бәхет, именлек, ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем!»
Сығанаҡ: "Башинформ".