+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 10:50

Һыу инеү урыны – пляж

Йәй үҙ көсөнә инә. Белгестәр фаразлауынса, быйыл көндәрҙең эҫе булыуы көтөлә, тимәк, республика йылғаларында һәм күлдәрендә ял итеүселәр күп буласаҡ.

Һыу инеү урыны – пляж
Һыу инеү урыны – пляж

Йәй үҙ көсөнә инә. Белгестәр фаразлауынса, быйыл көндәрҙең эҫе булыуы көтөлә, тимәк, республика йылғаларында һәм күлдәрендә ял итеүселәр күп буласаҡ.

Башҡортостанда быйыл һыу инеү миҙгеленә 60 муниципаль берәмек биләмәһендә 148 пляж асыла. Нәҡ ошо урындарҙа хәүефһеҙ ял итергә мөмкин.

Үкенескә ҡаршы, йыш ҡына кешеләр ярамаған урындарҙа һыу төшә һәм күңелһеҙ осраҡҡа тарый. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, сираттағы фажигә  Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында теркәлгән. Дүрт дуҫ йылға буйында спиртлы эсемлектәр менән кәйеф-сафа ҡорған. Уларҙың береһе йылғаға сума һәм бата башлай. Дуҫы уға ярҙамға ашыға. Һөҙөмтәлә икеһе лә батып үлә.

Спиртлы эсемлектәр эсеп һыуға инмәгеҙ, тыйылған урындарҙа йылғаға төшмәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:
Читайте нас: