+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 09:45

Премияның күләме 500 мең һум буласаҡ

Кисә, 6 июндә, Өфөлә киң мәғлүмәт сараларының «Медиайыйын-2023» форумы үтте.

Премияның күләме 500 мең һум буласаҡ
Премияның күләме 500 мең һум буласаҡ

Кисә, 6 июндә, Өфөлә киң мәғлүмәт сараларының «Медиайыйын-2023» форумы үтте.

Унда республика, ҡала һәм райондар баҫмаларынан 600- гә яҡын кеше, шулай уҡ Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, Russia Today каналының баш мөхәррир урынбаҫары Анна Белкина һәм башҡалар ҡатнашты. Сараның йомғаҡлау өлөшөндә журналистарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Үҙенең сығышында ул матбуғат хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәт  өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бөгөнөг заманда мәғлүмәт менән эш итеүҙең ни тиклем мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

Радий Фәрит улы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһының күләмен 500 мең һумға тиклем арттырыу тураһында белдерҙе. Быға тиклем ул 100 мең һум ине.

Шулай уҡ журналистар өсөн яңы премия булдырыла. Уның күләме - 200 йәки 300 мең һум күләмендә билдәләнәсәк.

Премияның күләме 500 мең һум буласаҡ
Премияның күләме 500 мең һум буласаҡ
Премияның күләме 500 мең һум буласаҡ
Премияның күләме 500 мең һум буласаҡ
Автор:
Читайте нас: