+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 14:32

Башҡортостанда иң ҙур ҡорот буйынса Рәсәй рекордын ҡуйырға йыйыналар

10 июндә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының «Уңыш» стадионында, һабантуй ваҡытында, «Ҡорот байрамы» этно-фестивале ойоштороласаҡ. Райондың һәр ауыл биләмәһе башҡорттарҙың боронғо ризыҡтарының береһе булған ҡорот күргәҙмәһен әҙерләй.

Башҡортостанда иң ҙур ҡорот буйынса Рәсәй рекордын ҡуйырға йыйыналар
Башҡортостанда иң ҙур ҡорот буйынса Рәсәй рекордын ҡуйырға йыйыналар

10 июндә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының «Уңыш» стадионында, һабантуй ваҡытында, «Ҡорот байрамы» этно-фестивале ойошторола. Райондың һәр ауыл биләмәһе башҡорттарҙың боронғо ризыҡтарының береһе булған ҡорот күргәҙмәһен әҙерләй.

«Хәйбулла йәйләүе» ихатаһында милли һөт ризығын әҙерләү һәм һаҡлау процесы күрһәтеләсәк.

Фестивалдең иң сағыу мәле иң ҙур ҡорот әҙерләү буйынса Рәсәй рекордын ҡуйыу буласаҡ. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова хәбәр итеүенсә, рекордты теркәү өсөн Рәсәйҙең Рекордтар китабы эксперты киләсәк.

Байрамға бик күп ҡунаҡтар саҡырылған, улар араһында «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» Эльбрус Ниғмәтуллин да бар. Байрамдың төп геройы – «Ҡоротбикә».

– Хәйбулла ере ҡорот эшләү оҫталары менән дан тота. Уңған хужабикәләр әҙерләгән һөт ризыҡтары, ҡорот һәм эремсек төрлө күргәҙмәләрҙә күрһәтелә, улар – районыбыҙ бренды. Әбеш ауыл биләмәһенең Һаҡмар-Наҙарғол ауылы бер нисә төр һөт продукцияһы әҙерләй, ул иң ҡиммәтле һәм файҙалы тип һанала. Уны әҙерләү серҙәренә төшөнөргә теләүселәрҙе һәм ҡорот яратыусыларҙы көтөп ҡалабыҙ. Ҡорот фестиваленә рәхим итегеҙ, – ти ойоштороусылар.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: