+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июнь 2023, 10:42

Стәрлетамаҡтан 31 йәшлек күп балалы әсә «Миссис Рәсәй Донъя 2023» бәйгеһендә ҡатнаша

Яҡташыбыҙ өсөн һылтанма буйынса тауыш бирәйек.

Стәрлетамаҡтан 31 йәшлек күп балалы әсә «Миссис Рәсәй Донъя 2023»  бәйгеһендә ҡатнаша
Стәрлетамаҡтан 31 йәшлек күп балалы әсә «Миссис Рәсәй Донъя 2023» бәйгеһендә ҡатнаша

Стәрлетамаҡтан 31 йәшлек күп балалы әсә Айгөл Фәхриева Мәскәүҙә «Миссис Рәсәй Донъя 2023» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.

5 июндә «Известия Hall» концерт залында VIII MRS Russia World 2023 милли матурлыҡ конкурсының финалы уҙа. Илдең төрлө мөйөштәренән 70-тән ашыу ҡатын-ҡыҙ төп титул һәм быйыл Америкала халыҡ-ара бәйгелә Рәсәй исеменән сығыш яһау мөмкинлеге өсөн көрәшә. Әле милли һайлап алыу бара.

Яҡташыбыҙ өсөн һылтанма буйынса тауыш бирергә була.

Бынан алдараҡ Айгөл Фәхриева Стәрлетамаҡта үткән «Башҡортостан Королеваһы – 2023» республика этабында еңеү яулағайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-05/zhiteli-bashkirii-mogut-podderzhat-nashu-zemlyachku-uchastnitsu-missis-rossiya-mira-2023-3288359

 
Автор:
Читайте нас: