-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июнь 2023, 08:00

Республикала көндәр һалҡынайта

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, календарь йәйҙең башында эҫе булғандан һуң республикала көндәр һалҡынайта.

Республикала көндәр һалҡынайта
Республикала көндәр һалҡынайта

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, календарь йәйҙең башында эҫе булғандан һуң республикала көндәр һалҡынайта.

«Төньяҡ һауа массаларының үтеп инеүенә бәйле һауа температураһы төндә +10, +15°-тан +5, +10° тиклем, ә көндөҙ +17, +22°-ҡаса төшә башлай. Был аҙнала уртаса һауа температураһының норманан 1-2° түбән булыуы көтөлә», — тип хәбәр итте синоптиктар.

Бөгөн, 6 июндә, көндөҙ һәм 7 июндә төндә республиканың күпселек райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал, 6 июндә урыны менән боҙ-борсаҡ, көслө ел көтөлә.

Автор:
Читайте нас: