+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июнь 2023, 10:51

Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре өсөн гранттар булдырылды

Радий Хәбиров республиканың иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре өсөн Башҡортостан Башлығының йыллыҡ гранттарын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйған. Был хаҡта республика етәксеһенең сайтында хәбәр ителә.

Документ баҡсасылыҡ ширҡәттәрен төҙөкләндереүгә, ошо биләмәлә йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереүгә һәм хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

«Башҡортостан хөкүмәте 500 мең һумлыҡ ун «Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәте» грантын биреү тәртибен билдәләй. Ә Ауыл хужалығы министрлығы коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре конкурсын үткәреүҙе тәьмин итергә тейеш», — тиелә хәбәрҙә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы 2023 йылдың февралендә уҙған «SMART-баҡсасы» форумының пленар ултырышында баҡсасыларға грант ярҙамын булдырыу тураһында белдергәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-06-06/radiy-habirov-uchredil-granty-dlya-luchshih-snt-bashkortostana-3288960

Автор:
Читайте нас: