+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
5 Июнь 2023, 15:46

Ҡурайға һәйкәл асылды

Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында «Атайсал» проекты сиктәрендә мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан ҡурайға һәйкәл асыу тантанаһы үтте.

Ҡурайға һәйкәл асылды
Ҡурайға һәйкәл асылды

Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында «Атайсал» проекты сиктәрендә мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан ҡурайға һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Был турала Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

«Идея һәм проект авторы – билдәле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов. Был эште атҡарып сығыуҙа уға яҡташтары – Йылайыр районынан сыҡҡан ҡурайсылар ярҙам итте, – тип яҙҙы Борис Мелкоедов. – Һәйкәл эшләп ҡуйыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм». 

Фото Борис Мелкоедовтың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: