+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
5 Июнь 2023, 08:20

«Әр-Рәхим» мәсетендә төҙөлөш эштәре тергеҙелә

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Өфөлә «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсете төҙөлөшө тергеҙелә.

«Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса беҙ биләмәне төҙөкләндереү эштәренә тотондоҡ, майҙансыҡты кәртәләйбеҙ, барыһын да стандарттарға ярашлы итеп эшләйбеҙ. Әлеге көндә проект-смета документацияһына төҙәтмәләр индерелә, өҫтәмә дәүләт экспертизаһын үткәреү ҡаралған. Контракттың тулы хаҡын билдәләгәс, төҙөлөштө өҫтәмә финанслау мәсьәләләре менән шөғөлләнә башлайбыҙ», - тине ул.

Бюджетта мәсет төҙөлөшөн финанслау ҡаралмаған, барлыҡ эштәр меценаттар ярҙамы менән башҡарыла.

2023 йылдың 13 мартында мәсеттең бер манараһы ҡолап төшкәйне. Ридаль Сәйетов һүҙҙәренсә, «Грант» инженер үҙәге яңы конструкция эшләгән. Конструкцияның бер өлөшө төҙөлөш майҙансығына килтерелгән дә инде.

Автор:
Читайте нас: