+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Июнь 2023, 10:25

«Китап» нәшриәте Мәскәүҙә IX «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә ҡатнаша

 Бөгөн, 2 июндә, Мәскәүҙә илдең иң ҙур әҙәби фестивале – IX «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале башланды. Унда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте лә ҡатнаша.

«Китап» нәшриәте Мәскәүҙә IX «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә ҡатнаша
«Китап» нәшриәте Мәскәүҙә IX «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә ҡатнаша

Бөгөн, 2 июндә, Мәскәүҙә илдең иң ҙур әҙәби фестивале – IX «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале башланды. Ул 6 июнгә тиклем дауам итәсәк. Фестивалдә 400-ҙән ашыу нәшриәт ҡатнаша.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте ошо китап фестиваленә йыл да бара. Быйыл нәшриәт хеҙмәткәрҙәре 2 мең дананан ашыу китап – фәнни-популяр, балалар өсөн, тарихи, нәфис әҙәбиәт, һүҙлектәр, календарҙар тәҡдим итәсәк.

Нәшриәттең продукцияһын «Рәсәй Төбәктәре» павильонында – 16-сы сатырҙа табырға мөмкин буласаҡ.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: