+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Июнь 2023, 08:50

Фольклор байрамы була

10 июндә Салауат районында башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуға арналған «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы була.

Фольклор байрамы була
Фольклор байрамы була

10 июндә Салауат районында башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуға арналған «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы була.

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрамда художестволы үҙешмәкәрлек конкурстары, милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойошторола.

«Беҙ — Салауат тоҡомо» республика конкурсы барышында егеттәр араһында — «Салауат батыры», ә ҡыҙҙар араһында «Йөҙөк ҡашы — Зөләйха» бәйгеләре үтә.

Оҫталар, рәссамдар һәм ижади коллективтар Салауат Юлаев исеме менән бәйле иң яҡшы сувенир продукцияһына «Оран» республика конкурсында ҡатнаша.

Республиканың мәҙәниәт учреждениелары белгестәре араһында «Ялҡын» йыр сәнғәте конкурсы 18-45 йәшлек  башҡарыусыларҙы көтә.

Район-ҡалаларҙың командалары «Салауат бәйге» асыҡ турнирында ҡатнашырға мөмкин.

Байрамдың положениеһы, конкурстарҙа ҡатнашыу шарттары менән Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында танышырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: