+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Июнь 2023, 12:49

Фермерҙарға – дәүләт ярҙамы

Республикабыҙҙың 14 фермерына ғаилә фермаларын үҫтереү өсөн грант бирелә. Улар 1,5 миллион һумдан 19 миллион һумға тиклем дәүләт ярҙамын аласаҡ.

Фермерҙарға – дәүләт ярҙамы
Фермерҙарға – дәүләт ярҙамы

Республикабыҙҙың 14 фермерына ғаилә фермаларын үҫтереү өсөн грант бирелә. Улар 1,5 миллион һумдан 19 миллион һумға тиклем дәүләт ярҙамын аласаҡ. Дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 95,2 миллион һум тәшкил итә, тип яҙып сыҡты Башҡортостан Хөкүмәтенең премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә.

«Грантты республикабыҙҙың төрлө райондарындағы фермер хужалыҡтары  алды. “Ғаилә фермаһы” конкурсында ҡатнашыусылар – үҙ хужалығын үҫтерергә ынтылыусы, яңы технологияларҙы, яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереүсе эшҡыуарҙар. Дәүләт ярҙамы уларға ниәттәрен тиҙерәк тормошҡа ашырырға ярҙам итә, был иһә республикала аҙыҡ-түлек тауарҙарын етештереү артыуына йоғонто яһай», – тип яҙа Андрей Назаров.

 Фото Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге битенән.

 

Автор:
Читайте нас: