Сибайҙа кисә башланған "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының тәүге көнө ваҡиғаларға бай булды.
25 майҙа Төбәк-ара бизнес-шерифтар форумы үтте. Унда сит ил дәүләттәре, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, Башҡортостандың бизнес-шәрифтәре ҡатнашты.
Шулай уҡ "Үҙгәрештәр иҡтисадында бәләкәй һәм урта бизнес: системалы мәсьәләләр һәм ярҙам саралары" тигән пленар дискуссия, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре ҡатнашлығында бизнесҡа дәүләт ярҙамының уңышлы тәжрибәләре буйынса презентация, "Фекер алышыу клубы: эшҡыуар булыу еңелме?" сессияһы булды.
Форумда дәүләт власть органдары һәм бизнес-берләшмә вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән килгән инвесторҙар – бөтәһе 1200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә төрлө темаға 20-нән ашыу сессия уҙғарыу планлаштырылған.