+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
25 Май 2023, 09:35

Кирбес етештереү артҡан

24 майҙа, Ауырғазы районына эш сәфәре барышында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Керамик технологиялар” компанияһының етештереү майҙансығында булды.

Кирбес етештереү артҡан
Кирбес етештереү артҡан

24 майҙа, Ауырғазы районына эш сәфәре барышында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Керамик технологиялар” компанияһының етештереү майҙансығында булды.

“Башҡорт кирбесе” холдингына ингән заводта район хакимиәте булышлығында производствоны яңыртыу буйынса инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла. Майҙансыҡта балсыҡ әҙерләү ҡорамалы монтажланған, пресс, кирбес ҡырҡыу һәм һалыу автоматы алмаштырылған.

Предприятие директоры Дамир Сәйфуллин белдереүенсә, производствоны модернизациялағандан һуң ҡеүәт ике тапҡырға артҡан, һөҙөмтәлә предприятиела яңы вакансиялар барлыҡҡа килгән, етәкселек яңы белгестәрҙе эшкә алырға планлаштыра.

Автор:
Читайте нас: