+22 °С
Болотло
Башҡортостандың баш ҡалаһынан Төркиәнең Урта диңгеҙ ярына рейстар арттырыла, тип хәбәр иттеләр «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.
«27 майҙан Corendon Airlines авиакомпанияһы Антальяға рейстарын арттыра. Осоштар көн һайын 189 пассажир өсөн иҫәпләнгән Вoeing 737-800 тибындағы уңайлы һауа судноларында башҡарыла», — тиелә белдереүҙә.