+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Мая 2023, 04:04

Баҡалы районында биофабрика асырға ниәтләйҙәр

Республикала һөт продукцияһы өсөн биофабрика асһалар, унда 40 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баҡалы районында биофабрика асырға ниәтләйҙәрБаҡалы районында биофабрика асырға ниәтләйҙәр
Баҡалы районында биофабрика асырға ниәтләйҙәр

Башҡортостанда импортты алмаштырыу программаһы буйынса хаҡы 332,98 миллион һумлыҡ һөт әсеткеләре етештереүҙе ойоштороуҙары ихтимал. Республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һөт ризыҡтарын етештереү өсөн биофабриканы Баҡалы районында урынлаштырыу планлаштырыла.

Билдәләнеүенсә, әсеткене Рәсәй, шулай уҡ сит ил комбинаттарына оҙатыу ҡарала. Буласаҡ инвестор проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә, шулай уҡ ер биләмәһен сауҙалашыуһыҙ алырға һәм ойошма милкенә һалымдан азат ителергә мөмкин.

Бынан тыш, биофабрикала 40 яңы эш урынын булдырыу көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-05-23/v-bashkirii-mozhet-poyavitsya-biofabrika-dlya-molochnoy-produktsii-3268388

Автор:
Читайте нас